Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә

Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда ҡатнаша. Сит илдәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бар. Күләмле спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Көсөргәнешле ярыш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күҙәтте. Тулыраҡ киләһе материалда.

Ҡотҡарыусы һөнәрен һайлаған гүзәл заттар сигнал ишетелеү менән башняға йүгерҙе. Ара ҙур түгел, 32 метр. Унан һуң штурм баҫҡысы буйлап икенсе ҡатҡа күтәреләһең. Һигеҙ спортсы араһынан Белоруссиянан Ирина Ванюк иң етеҙ һәм көслө булып сыҡты. Финал уйындарында ул барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ни бары 7 секундта үтте.

Ир-егеттәр өсөн ярыш күпкә ҡатмарлыраҡ. Штурм баҫҡысы ярҙамында дүртенсе ҡатҡа, ун биш метр бейеклеккә тиклем күтәрелергә кәрәк. Спортсыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн страховка селтәре ҡуйылған. Шулай уҡ аҫта ағас онтаҡтарынан махсус япма эшләнгән.

Өфө янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса йәнә Халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә. Турнир Рәсәй төбәктәренең, шул иҫәптән Башҡортостандың һәм сит илдәрҙең иң көслө спортсыларын берләштерҙе. Ҡунаҡтар сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.

Штурм баҫҡысына килгәндә, ул янғын һүндереүселәр тарафынан бина һәм ҡоролмаларҙың юғары ҡаттарына күтәрелеү өсөн файҙаланыла. Ут эсенән кешеләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк сығарыу ҙа бит һөнәри оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ талап итә.

«Дуҫлыҡ кубогы»на һәм «Алтын штурмовка» призына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштар аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Йыйылма командалар «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан тыш, «Ҡаршылыҡ һыҙаты»нда, «Янғын эстафетаһы»нда һәм «Хәрби әҙерлек» буйынса иң көслөләр асыҡланасаҡ. Мәртәбәле спорт сараһы Башҡортостанда тәүгә генә ойошторолмай. Төбәк башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай ярыштар Ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн белгестәр әҙерләүгә лә ярҙам итә.

Ярышта ҡатнашыусылар араһында янғын һүндереүселәр ҙә, юғары уҡыу йорттары курсанттары ла бар. Улар уҡыуҙа ла, эштә лә, спортта ла һынатмайҙар.

Йыл башынан ғына Башҡортостанда ике меңдән ашыу янғын һүндерелгән, уттан дүрт йөҙҙән ашыу кеше ғүмере ҡотҡарылған. Турнир дисциплиналарына килгәндә, уларҙы төбәктә артабан да популярлаштырыу ҡарала.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ