«Ете ҡыҙ» ойошмаһы яугирҙарға гуманитар ярҙам һәм йылы һүҙ алып килде

Йырҙары доға булып яңғыраны. Махсус хәрби операция яугирҙары алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаны. Хәрби-ялан шарттарында үткән концертта уның менән бергә Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Наил Юнысов та йырланы. Яугирҙар янына улар «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән бергә гуманитар ярҙам алып килде. Ентекләберәк беҙҙең хәрби БЮТ хәбәрсеһе әҙерләгән яҙмала.

Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында сираттағы гуманитар ылау бушатыла. Ярҙамды был юлы «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы туплаған. Дарыуҙар, төрлө реабилитация саралары, өй күстәнәстәре табиптар һәм һалдаттарға тәғәйенләнгән.

Йөк бушатылған арала, концертҡа әҙерлек бара. Яугирҙар алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһай.

Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы, журналист Наил Юнысов ҡәләмен гитараға алмаштырып торҙо.

Гуманитар ярҙамдың бер өлөшөн «Ете ҡыҙ» ойошмаһы ирекмәндәре «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының тыл районында бушатты. Маскировкалау селтәрҙәре, дрондан һаҡлаусы юрғандарҙан тыш, ҡыҙҙар тиҙ бешерелә торған аш, өмәләрҙә әҙерләнгән туҡмас, бауырһаҡ һәм сәк-сәк алып килгән.

Гөлсөм Бикбулатованың йырҙары «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы урынлашҡан урманда доға булып яңғыраны.

Илебеҙ һағында торған яугирҙар алдында сығыш яһау ифрат та яуаплы бурыс тигән фекерҙә сәхнә йондоҙо.

Концертты шулай уҡ Наил Юнысовтың гитара моңо, «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полында хеҙмәт иткән «Әсән» һәм «Певец» ҡушаматлы яугирҙарҙың йырҙары биҙәне.

Концерт флеш моб менән тамамланды. Полк яугирҙары һәм ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы данлыҡлы «Шайморатов генерал» йырын күмәкләп башҡарҙы.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ