Бөгөн Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары - «Салауат Юлаев» хоккейсылары миҙалдар менән бүләкләнде. Сара тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров лига вице-президенты Андрей Точицкий менән бергә юлаевсыларҙы юғары һөҙөмтәләре менән ҡотланы һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтарыбыҙ 6 йыл эсендә беренсе тапҡыр Гагарин кубогының ярымфиналына етте.
«Салауат Юлаев» клубы үҙ конференцияһында даими чемпионатты икенсе урында тамамланы. Плей-оффтың тәүге ике этабында яҡташтарыбыҙ «Себер» һәм «Спартак» командалары менән осрашты. Ике серияның да яҙмышы етенсе уйында хәл ителде. Уларҙа Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре еңеү яуланы.
Ярымфиналда юлаевсылар «Локомотив»тан отолорға мәжбүр булды. Бөгөнгө тантананөң төп геройҙары онотолмаҫ миҙгелдең хис-тойғолары менән уртаҡлашты. Хоккейсыларҙың һәм тренерҙарҙың күбеһе өсөн был КХЛ карьераһындағы тәүге миҙал.



