Республика һуғыш ветерандары госпитале илдә иң яҡшыһы

Республика һуғыш ветерандары госпитале медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. Конкурс барышында ҡорамалдарҙан алып пациенттарҙың баһалауҙарына тиклемге критерийҙар иҫәпкә алынған. Госпиталдә оло йәштәгеләр, 2022 йылдан Махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар дауалана. Уларға юғары технологиялы, комплекслы медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. “Беҙҙең өсөн мөһим еңеү. Махсус хәрби операция башланғандан алып госпиталдә 5 меңдән ашыу яугир дауаланған. Уларҙың күптәре хеҙмәтен дауам итеү өсөн алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайтҡан. Был, әлбиттә медицина ярҙамының күп күрһәткесе. Госпиталь коллективын ҡотлайым. Профессионализм һәм һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерәм”-, тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республика һуғыш ветерандары  госпитале илдә  иң яҡшыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ