Унда Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан биш йыйылма команда көс һынаша. Шулай уҡ спорт сараһында сит илдәрҙән вәкилдәр ҙә ҡатнаша. “Бында ярыштар Ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн белгестәр әҙерләүгә, һөнәри оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә”, - тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Турнир Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән иң көсөл спортсыларҙы берләштерҙе. Ҡаҙағстандан Жойсулан Кайсарбеков һәм Динмөхәмәт Абилбаев сараның юғары үтеүен билдәләне.
“Дуҫлыҡ кубогы” һәм “Алтын штурмовка” призына янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Халыҡ-ара ярыштар 16 майға тиклем дауам итә.




