1 майҙан йәйге режим ғәмәлгә инде. Ул 30 сентябргә тиклем була. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был осорҙа киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 6-ға тиклем 17 йәше тулмаған үҫмерҙәр урамда, стадион, пляж, вокзал, башҡа йәмәғәт урындарында өлкәндәр менән генә була ала. Комендант сәғәтен боҙоусыларҙың ата-әсәләре административ яуапҡа тарттырыла.




