Өфөлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү киләһе йылдың көҙөнә тиклем дауам итәсәк

Ремонт ваҡытына парк өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ябылып тора. Башҡортостандағы иң боронғо парктарҙың береһенә XIX быуат урталарында нигеҙ һалынған булған. Паркты яңыртыуға 977 миллион һум аҡса йүнәлтелә - сығымдар республика, ил бюджетынан һәм бағыусы иҫәбенә ҡаплана. Төҙөкләндереү барышында паркта йүгереү өсөн юлдар булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын алыштырыу, видеокамералар ҡуйыу ҡаралған. Майҙандың тарихи йөҙө үҙгәрмәй, уны заманса яңыртыу һәм ял майҙансыҡтары менән тулыландырыу күҙ уңында тотола.

Төп маҡсат - төҙөкләндереү барышында парктың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу. Өфө халҡы өсөн был бик ҡәҙерле урын. Шуға ла уны күңел асыу майҙансығына әйләндереү мөмкин түгел. Төҙөкләндереү барышын Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы эшсе төркөм даими күҙәтеп торасаҡ.

Рита Некрасова, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ