Өфөлә дәүләт һатып алыу заказдары тармағы белгестәренең конференцияһы үтте

Республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре дәүләт заказдарын үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Федераль үҙәктән килгән эксперттар дәүләт заказдарын алыусылар иғтибарын йыш осраған хаталарға йүнәлтте, 223-сө федераль закондағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Конференцияла төбәктең 250-нән ашыу бюджет ойошмаһы һәм предприятиеһының һатып алыуҙар өсөн яуаплы белгестәре ҡатнашты. Программаға ярашлы, фекер алышыу пленар ултырышта һәм түңәрәк өҫтәлдәр барышында ойошторолдо.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ