Бөгөн Өфөлә «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт» проекты конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Проект буйынса «Оҫтахана» эксперттары Башҡортостан райондарында уҡытыу семинарҙары үткәргән Матбуғат баҫмалары хеҙмәткәрҙәренең эшен камиллаштырырға ярҙам иткән. Артабан райондарҙағы киң мәғлүмәт саралары араһында конкурс үткәрелгән.
Еңеүселәргә ноутбуктар, һуңғы модель смартфондар һәм фотоаппараттар бүләк ителде. Гаджеттар Башҡортостан башлығы гранты Фонды ярҙамында һатып алынған.



