Михаил Мурашко Башҡортостан табиптарын махсус награда менән бүләкләне

Республика һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшыһы тип танылды. Награданы табиптарға илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы. Был беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле еңең, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы.

Госпиталдә ғәҙәттәгесә төбәктең өлкән йәштәге кешеләре, ә 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауалана. Бында улар юғары технологиялы, комплекслы медицина ярҙамы, шулай уҡ психологик реабилитация ала. Дауаханабыҙ коллективын ҡотлайым! Һөнәри оҫталығығыҙ һәм яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
Акции БСТ