Ғаилә көнө уңайынан юбилярҙар һәм яңы өйләнешеүселәр тәбрикләнде

Бөгөн Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң Киров районы ЗАГСында бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә тәбрикләнде. Юбилярҙарҙы тантаналы шарттарҙа республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡотланы. Шулай уҡ был көндө яңы ғаилә ҡороусыларға төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан репродуктив сәләмәтлекте тикшереү буйынса сертификат тапшырылды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Теүәл 50 йыл элек кеүек. 75-се йылдың яҙында ни бары өс көн элек кенә танышҡан йәш пар үҙ мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерә. Тәфтишсе булып эшләгән Таһир Ғималие улы педиатр Луиза Әхмәт ҡыҙын кәләш итеп ала. Хәләл ефете кешеләрҙе дауалай, ғаилә башлығы йәмғиәтте закон боҙоусыларҙан таҙарта. Йәш лейтенант менән табип ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Әлеге ваҡытта улар - отставкалағы полковник менән Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.

Бәхетле ата-әсә, хәҙер инде олатай-өләсәй булған Фәрәховтар мөхәббәтте ғүмер буйы үткәреү ауыр түгел, иң мөһиме - бер-береңә сабыр булыуҙа, ти.

Дилара менән Тимурҙың тормош юлы иһә әле генә башланып тора. Берҙән-бер ҡыҙҙарын кейәүгә биреүсе атай менән әсәй күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Йәш пар тормош юлын лайыҡлы үтергә, һәр саҡ бергә булырға ант биреште.

Абдрафиҡовтарға республикала тәүгеләрҙән булып репродуктив сәләмәтлекте тикшереү буйынса сертификат тапшырылды. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ул 15 майҙан алып 17 майға тиклем ғаилә ҡорған һәр парға биреләсәк. Дилара менән Тимур киләсәктә ике балаға ата-әсә булырға теләй.

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә иңгә-иң терәшеп тормош көткән Фәрәховтарҙы, яңы ғаилә ҡороусы Адрафиҡтовтарҙы ла Ленара Иванова тәбрикләне. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры уларға изге теләктәрен еткереп бүләктәр тапшырҙы.

Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған «Ғаилә аҙналығы» Башҡортостанда етенсе тапҡыр ойошторола. Уның сиктәрендә республика халҡын төрлө саралар көтә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ