Акция «Ауылға 500 имән» экологик проекты сиктәрендә ойошторолдо. Илһөйәрлек сараһында Стәрлебаш районы мәктәптәрендәге Шайморатов кластары уҡыусылары ҡатншаты. Малай-ҡыҙҙар ағас бөрөләрен февралдә уҡыу бүлмәһендә үҫтерә башлаған. Әле улар үҫентеләрҙе асыҡ майҙанда тупраҡҡа күсереп ултыртты. Ағастар тамыр йәйеп үҫеп китһен өсөн уҡыусылар соҡорҙарға махсус ҡатнашма һипкән.
«Ауылға 500 имән» экологик акцияһы икенсе тапҡыр ойошторолдо. Был проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Экологик акцияны ойоштороусы Айнур Хәлитов теплицаларҙа ҡыҙыл имәндәр үҫтерә. Был ағастар 300 йылға тиклем йәшәп тирә-яҡ мөхитте йәшелләндерергә ярҙам итә.



