Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһендә гастролдә булды. Бердянск һәм Мелитополдәге сығыштар тамашасылар өсөн ысын байрамға әүерелде. «Биш континент» алтын миҙалы, ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре»тип аталған сағыу концерт программаһын тәҡдим итте. « Ете ҡыҙ»,»Гөлнәзирә»,» Зарифа»,»Шаян ҡыҙҙар». Сәхнәлә башҡорт хореографияһының легендар постановкалары башҡарылды. Бынан тыш, ғәскәровсылар донъя халыҡтары бейеүҙәрен дә тәҡдим итте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған композициялар ҙа тамашасы күңеленә хуш килде. Тамашасы хөкөмөнә «Ҡарттар ғына һуғышҡа бара» фильмы менән рухландырылған «Күңелле балалар « премьераһы ла сығарылды.
Егеттәр үксәләрҙән осҡон сәсрәтте, ҡыҙҙар һығылмалылығы һәм зифалығы менән таң ҡалдырҙы. Сағыу костюмдар, уңышлы постановкалар аша ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтарының бай мәҙәниәте менән таныштырҙы, милли традицияларҙың тәрәнлеген һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күрһәтте. Йәш тамашасыларҙың бындай концерттарға әүҙем килеүе, матурлыҡ донъяһы менән танышыуы, мәҙәни бөйләнештәр аша дуҫлыҡ ептәре нығыныуы ҡыуаныслы күренеш.Ижади коллективҡа Запорожье өлкәһе мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы буйынса ойошторолдо.




