Радий Хәбиров Евразия белем биреү үҙәген флагман проект тип атаны

Был турала Республика Башлығы бөгөн йәш ғалимдар менән осрашыуҙа белдерҙе. “Башҡортостан вуздарының федераль программаларҙа ҡатнашыуы мөһим әһәмиәткә эйә. Быйыл “Приоритет-2030” программаһына аграр университет ҡушылды. Нефть, Медицина,  Өфө фән һәм технологиялар университеттары менән бергә  миллиарл һумдан ашыу аҡса бүленә. Баш ҡалала вуз-ара кампустың икенсе өлөшөн төҙөү дауам итә. Уның майҙаны 140 мең квадрат метрҙан аша. Ул яңы асыштар өсөн илдә иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ. Обьект биләмәһендә әле республика алдынғы юғары уҡыу йорттарының структур подразделениелары һәм индустриаль партнерҙарҙың офистары урынлашҡан. 20-нән ашыу лаборатория һәм тикшереү үҙәктәре эшләй”-, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров Евразия белем биреү үҙәген флагман проект тип атаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ