"Строймастер" һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Өфөнән Рөстәм Дәүләтханов еңеү яуланы. - Төҙөлөш комплексы республика иҡтисадының этәргес көсө һанала. Шуға төҙөүсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыуға иғтибар ҙур, тип белдерҙе Республика төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.




