“Фронтта йыр ҙа ярҙам итә”. Республика башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ошо турала белдерҙе. “Башҡортостан яугирҙары ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Улар көн һайын батырлыҡ ҡыла. Махсус хәрби операция биләмәһендә сығыш яһаған артистар, шағирҙар ир-егеттәрҙең рухын нығыта”, - тине ул.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Запорожье өлкәһендә сығыш яһаны. Коллектив “Башҡортостан” полкы яугирҙарына ла тамаша тәҡдим итте.
Фотола: хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева Алик Камалетдинов менән.




