Быйыл да Башҡортостанда йәш ғалимдарға 100 миллион һум күләмендә грант ярҙамы бүленә

Быйыл да Башҡортостанда йәш ғалимдарға 100 миллион һум күләмендә грант ярҙамы бүленә. Аҡса ғилми-мәғариф стажировкалары һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ҡаралған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров төбәктең юғары уҡыу йорттары ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттары менән осрашыуында билдәләне. Башҡортостанда фән һәм юғары белем буйынса заманса инфраструктура булдырыла. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусының икенсе сираты төҙөлә. Яңыраҡ ҡына Геном үҙәге асылды. Шулай уҡ дүрт университеттың «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектына инеүе лә - республикаға миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе.

Йәш ғалимдар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса асыҡтан-асыҡ аралашты. Күптәрҙе дәүләт ярҙамы саралары ҡыҙыҡһындырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ