Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары Салауат ҡалаһындағы янғын һүндерелгән

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 10-сы ун минут тирәһендә “Свеча” предприятиеһында шартлау тураһында хәбәр килә. Алдан билдәле булыуынса, емереклектәр аҫтында бер кеше ҡалыуы ихтимал. Уны эҙләү буйынса барлыҡ кәрәкле саралар күрелә. Шулай уҡ өс ир ашығыс рәүештә ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәрендә Айрат Рәхмәтуллин яҙған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры пациенттарҙың хәлен контроль аҫтында тотоуы тураһында хәбәр итә. 43 йәшлек ир Салауат ҡала дауаханаһында реанимацияла, предприятиеның тағы ике хеҙмәткәре Стәрлетамаҡҡа оҙатыла. Ваҡиға урынына 49 янғын һүндереүсе һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта янғын һүндерелгән, емереклектәрҙе таҙартыла. Осраҡ буйынса прокуратура тикшереү эше башлаған.

Алдан билдәле булыуынса, етештереү бинаһында технологик процесты тейешле үтәмәү мейес ҡоролмаларының емерелеп янғынға сәбәпсе булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Салауатта осраҡ эҙемтәләрен бөтөрөү эше дауам итә.

Вадим Илалов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының кризис хәлдәрҙә идара итеү үҙәге етәксеһе урынбаҫары

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,Салауат ҡалаһындағы предприятиела сыҡҡан янғын осрағы буйынса сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тәфтишселәр ваҡиға урынын тикшереүҙе дауам итә. Уның һөҙөмтәләре буйынса янғын сәбәбен, зыян күреүселәрҙең һаулығына һәм предприятиеға килтерелгән зыяндың күләмен асыҡлау маҡсатында суд экспертизалары тәғәйенләнде. Тикшереү барышында хәүефһеҙлек талаптарын үтәү өсөн яуаплы кешеләрҙең эшенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ