Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Тыуған йорт йылыһы» федераль проекты сиктәрендә Өфөлә тәүге тапҡыр Тула өлкә йәш тамашасы театры коллективы сығыш яһаны.
Проект концепцияһына ярашлы, театрҙар Рәсәй йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләгән, күп милләтле халҡыбыҙға хас мәңгелек ҡиммәттәрҙе сағылдырған тематик спектаклдәр күрһәтә. Коллектив Өфөләргә Ермолай Прегрешныйҙың 16 быуаттағы әҙәби әҫәренә нигеҙләнгән «Петр һәм Феврония тураһында хикәйә» спектаклен ҡуйҙы. Проект буйынса, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры быйыл июндә Тулаға барасаҡ.




