Бүздәк ауылы музейында Вәкил Шәйхетдиновтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Бүздәк районының 95, Бүздәк ауылының 115, район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының 25 йыллығына арналған күргәҙмә. Бүздәк ауылының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың картиналар күргәҙмәһе асылды.

Ҡылҡәләм оҫтаһының эштәре Рәсәй, Башҡортостан, тыуған ере Бүздәк районының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Рәссамдың тәбиғәт хозурлығын оҫта сағылдырған картиналары тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған. Вәкил Ғилем улы Мәккәгә хаж ҡылғандан һуң донъяның өс төп диненә арналған картиналар серияһын да яҙған. Һөҙөмтәлә 100-гә яҡын картина ижад ителгән. Тынғыһыҙ рәссам һәр ваҡыт ижади эҙләнеңҙәр юлында. Балалар сәнғәт мәктәбендә, тыуған ауылы Кәпәй-Ҡобауҙа уҡыусыларға пленерҙар ҙа ойоштора. Күргәҙмә 2025 йылдың октябренә тиклем эшләй.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ