Йәш ғалимдарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары һәм күләмле төҙөлөш проекттары. Республика башлығы Радий Хәбиров төбәктең юғары уҡыу йорттары ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттары менән осрашып, фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш менән таныштырҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостанда заманса ғилми-мәғариф инфраструктура булдырыла. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусын ғына алайыҡ, күләмле төҙөлөштөң икенсе сираты башланды. Республика башлығы Радий Хәбиров йәш ғалимдар менән сираттағы осрашыуында проект эстәлеге менән таныштырҙы.
Ил тормошонда ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, фәнде үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йортоноң «Өҫтөнлөк - 2030» программаһына инеү һөҙөмтәһе булараҡ дөйөм алғанда миллиард һумдан ашыу федераль финанслау йәлеп ителде. Бынан тыш, мәғариф өлкәһенә лә иғтибар көслө. Тиҙҙән тағы ла бер лицейға нигеҙ һалына.
Һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда фәнде үҫтереүгә 900 миллион һум йүнәлтелгән. Заманса лабораториялар асыла, ғилми тикшеренеүҙәр ойоштороуға ла финанстар бүленә. Шулай уҡ йәш ғалимдар өсөн даими рәүештә стажировкалар ойошторола, шулай уҡ уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла грант бүленә.
Йәш ғалимдар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса асыҡтан-асыҡ аралашып, һорау-мөрәжәғәттәрен дә еткерҙе. Сара барышында бүләкләү тантанаһы ла үтте.
Осрашыуҙа уҡыу миграцияһы тураһында ла һүҙ барҙы. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында белемен дауам иткән йәштәрҙе республикаға ҡайтарыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Башҡортостанда эшләгән дүрт мең ярым ғалимдың яртыһы 39 йәштән кесерәк. Йәш ғалимдар менән осрашыуҙар даими уҙғарыла, тәүмаҡсат - белгестәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү, дөйөм көс менән фәнде үҫтереү.
Гөлназ Хәйбуллина




