Бөгөн ижади коллектив Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч һәм Луганск ҡалаларында сығыш яһаны. Иң тәүҙә яҡташтарыбыҙ Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекста булды. Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына бюст ҡуйылған. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы командир папахаһында һынландырылған. Мәғлүм булыуынса, Миңлеғәле Шайморатов 1943 йылдың 23 февралендә Петровское ҡалаһы һәм Штеровка ауылдары араһындағы ҡалҡыулыҡта һәләк булған. Ғәскәровсылар батырыбыҙ иҫтәлегенә сәскә һалды, ҡурай моңон яңғыратты.
Красный Луч ҡалаһында ғәскәровсылар «Донъя халыҡтар бейеүҙәре» программаһын тәҡдим итте. Ул коллективтың бик күп наградалар яулап, ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» дипломына һәм «Биш континент» алтын миҙалына лайыҡ булған концерт программаһы. Ер шарының төрлө тарафтарында башҡарылған бейеүҙәр башҡорт ансамбленең үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелгән. Урындағы тамашасылар башҡорт хореографияһы аша республикабыҙ мәҙәниәте менән танышты. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ күп милләтле илдең символы булараҡ Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен дә башҡарҙы.
Тамаша «Росконцерт» ярҙамында Рәсәй мәҙәниәт министрлығының гастролдәр планы ярҙамында ойошторолдо. Рәсәйҙең яңы биләмәләрендәге сығыштар тамашасы күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Концертты шулай уҡ буш ваҡыттарын файҙаланып, «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡараны.



