Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған сараға килеүселәр радио һәм телевидение тарихы менән яҡындан танышты. Уларға бай мәғлүмәт тупланған ике тиҫтәләп стендтан тыш, фондта һаҡланған яҙмалар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияға килеүселәр уҙған быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем файҙаланылған радио һәм телевидение ҡоролмаларын ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы стенд-күргәҙмәһендәге фотолар килгән халыҡты тарих төпкөлөнә алып ҡайтты. Улар бигерәк тә кадр артында төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. Стендта телевидение үҫешенә тос өлөш индергән алып барыусылар, мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, кинооператорҙар, техник хеҙмәткәрҙәр. Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан тормошҡа ашырылған сара Саҡмағош районынан Ризида Мофазалованы ла бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты.
Республиканың төп телеканалында ойошторолған радио һәм телевидение музейы бөгөн беренсе тапҡыр асыҡ ишектәр көнөн уҙғарҙы. Ул донъяның 145-тән ашыу илендә билдәләнгән Халыҡ-ара музей көнөнә бәйле ойошторолдо.
Республиканың төп телеканалы музейы заман йылъяҙмаһы. Ундағы экспонаттар телевидение хеҙмәткәрҙәренең эш ҡоралдарын ғына түгел, көнкүреш техникаларын, боронғо радиоалғыстарҙы, магнитола, телевизорҙарҙы күҙ алдына баҫтыра. Улар бөгөн ысын ҡомартҡы.
Экскурсияға халыҡ көн дауамында ағылды. Журнаистар, алып барыусылар менән аралашты, иҫтәлеккә фотоға төштө, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Музейға сәйәхәт аша үткән тарихты бөгөнгө заман менән саҡыштырҙы.
Азат Ғәлиуллин




