Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Кардиология үҙәге ойошторған акция 20 майға тиклем дауам итә. Акция барышында Өфөнөң Аксаков баҡсаһында күләмле сара ойошторолдо. Ҡала халҡы ҡан баҫымын үлсәп, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү сәбәптәре тураһында мәғлүмәт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр алды. Балалар өсөн айырым зона, оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Шулай уҡ теләгән һәр кем Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина менән күнекмәләр эшләне. Сара ижади коллективтарҙың сығышы һәм спорт эстафетаһы менән дауам итте.
«Халыҡ сәләмәтлеге көндәрендә» барлыҡ амбулатор-поликлиника бүлексәләрендәге Сәләмәтлек үҙәктәрендә ҡан баҫымын, буйҙы һәм ауырлыҡты үлсәргә, табиптарҙан кәңәштәр алырға ла мөмкин ине.



