Өфө фән һәм технологиялар университетында авиация көнө үтте

Йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ойошторолған сара аэропорттың һынау комплексында уҙҙы. Байрамда хәрби авиация күргәҙмәһе, концерт , уйындар ойоштролдо. Сарала самолеттар һәм вертолеттар өлгөләренән тыш ҡотҡарыусылар һәм ауыл хужалығы тармағы техникаһы күрһәтелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Аэропорттың һынау комплексында үткән байрам һабантуйҙы хәтерләтә. Балалар ата-әсәләре менән Авиация көнөн билдәләй. Өфө фән һәм технологиялар университетында 12-се тапҡыр ойошторолған байрам студенттарҙы, педагогтарҙы һәм ҡунаҡтарҙы берләштерҙе. Сарала аэропорттың лаборатория комплексында урынлашҡан техника менән һәр кем яҡындан таныша алды. Йөҙәрләгән кеше Су -27, Миг 21, Ту 134 самолеттары һәм хәрби вертолеттар эргәһендә фотоға төштө, кескәйҙәр авиация тарихы менән танышты.

Махсус техника күргәҙмәһе тамашасыларҙа ҙур ҡҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Балалар стриж, дельта, стайер авиамоделдәрендә ярышта, робототехника проектлау конкурсында һынау тотто. Аэропорттың һынау комплексы Өфөнән 20 саҡрым алыҫлыҡта булһа ла Авиация көнөндә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Саф һауала әүҙем спорт уйындары, студенттар әҙерләгән концерт һәм авиация техникаһы күргәҙмәһе университет тормошонда тағы ла бер иҫтәлекле көн булып хәтерҙә ҡалды.

Хәрби-патриотик акция балалар һәм йәштәр араһында авиация тармағына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо. Кем белә, тәүге тапҡыр самолетҡа ултырып ҡараған малай-ҡыҙҙар киләсәктә бәлки, авиация кафедраһы студенттары сафын тулылыандырыуы ла ихтимал.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ