Өфө районы «Огонек» лагерында вожатыйҙар өсөн уҡыуҙар ойошторолдо. 200 студент балаларҙың йәйге ялын хәүефһеҙ, файҙалы, күңелле итеп үткәреү өсөн лекциялар тыңланы, педогогик белемен камиллаштырҙы. Оҫталыҡ дәрестәрендә студенттар төркөмдәрҙә уйындар, мәҙәни ял программаһын ойошторорға әҙерләнде. Тиҙҙән вожатыйҙар республика лагерҙарына эшкә юлланасаҡ.
Быйыл йәйге каникул осоронда Башҡортостанда 1700 лагерь эшләйәсәк. Уларҙа балаларҙы һауыҡтырыу, мәктәп һәм хеҙмәт лагерҙарында тематик сменалар ҡаралған. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан да балалар ял килер тип көтөлә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары өсөн бушлай ял ҡаралған.



