Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә илһөйәрлек концерты

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Мин-патриот» республика конкурсының гала - концерты уҙҙы. Унда Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларынан медицина учреждениелары вәкилдәре: табиптар, шәфҡәт туташтары, техник хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты Сәхнәлә профессиональ артистар түгел, ә көн һайын һаулыҡ һағында тороусылар майҙан тотто. Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Мин-патриот» илһөйәрлек сараһы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсюзы тарафынан ойошторолдо.

Волна
Акции БСТ