Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй залында «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала рәссамдарының әҫәрҙәренән тупланған экспозиция менән 13 июнгә тиклем танышырға мөмкин. Ҡыл ҡәләм оҫталары һынлы сәнғәт һөйөүселәргә шау сәскәләр донъяһын хәтерләткән сағыу күргәҙмә тәҡдим итә.
Республикала акварель сәнғәтенә мөрәжәғәт итеүсе рәссамдар әллә ни күп түгел. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина ошо исемлектә. Күргәҙмәгә уның яңы ижад иткән һәм билдәле 7 картинаһы ҡуйылған. Сәскә атҡан алмағас йәки сағыу гөлләмә булһынмы- уларҙың барыһын да Ләйсән Зөфәр ҡыҙы уға ғына хас оҫталыҡ менән башҡара. Рәссамдың теләге- яҙ сәскәләре аша кешеләр күңеленә саф, яҡты хистәр уятыу.
Иң ҡатмарлы һүрәтләү алымдарының береһе булған акварель техникаһы хаталарҙы ғәфү итмәй һәм уларҙы төҙәтеү ҙә ауыр. Шуға ла буяу төҫтәре менән һаҡсыл эш итеү мотлаҡ. Күргәҙмәгә йәш быуын рәссамдарының да төрлө техника алымдары менән төшөрөлгән һүрәттәре ҡуйылған.
Яҙғы сәскәләр күргәҙмәһенең исеме есеменә тура килеп, ысынлап та кешеләрҙә яҙ кәйефе уята. Экспозиция бында килгән һәр кемдең эстетик зауығын ҡәнәғәтләндерә.
Гөлсинә Йомағужина




