Өфөлө йәшәүсе автор-башҡарыусы Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап бер-нисә йыр ижад иткән. Римма Генадьевна ҙур сәхнәлә һигеҙ йәшенән. Үҙен Рәсәйҙең патриоты тип иҫәпләй. Ижады,йәштәрҙең илһөйәрҙәр булып үҫеүенә булышлыҡ итер тигән ҡарашта.
Был хаттар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алғы һыҙыҡтан туғандарына ебәрелгән. Римма Генадьевна 1925 йылда тыуған ағаһы Василий Затеевтың һарғайып бөткән өсмөйөшлө хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. 1945 йылдың 26 мартында һәләк булған. Римма Сәйфуллина Азамат Мөхәмәтшин менән берлектә ағаһы рухына бағышлап «Торналар» тигән йырға клип төшөргән.



