Ғәҙәттәгесә, мотоциклистар уны баш ҡала урамдары буйлап тигеҙ сафтарҙа үтеп билдәләне. Мотомиҙгелгә старт Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт йорто алдындағы майҙандан бирелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Етмешенсе тиҫтәһен ваҡлаусыларға ҡарап уларҙың көндәлек тормошо ғәҙәти һәм күңелһеҙ тип әйтә ала. Хаҡлы ялға сығыу менән Дамир Хузин бер ни тиклем ваҡытҡа онотолған шөғөлән дауам итергә ҡарар итә. Хәләле Фәнзилә лә был ҡарарҙы хуплай һәм хатта пасссажир ролен үтәргә лә әҙер була.
Тәгәрмәсле тимер ат хужалары мотомиҙгелдең рәсим асылыуын ҡышҡы йоҡонан уяныуға тиңләй..Был тағы ла бер маҡсатлы дуҫтар менән осрашып, аралашыу, башҡаларға ҡарап, үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге лә. Майҙанда йөҙгә яҡын мотоциклист.Һәр кемдең уға ултырыуының үҙ тарихы.
Быйыл мотомиҙгелде асыу тантанаһы Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Уҙған быуат уртаһында техника менән шөғөлләнгән «Мотополк» клубы 50-се йылдарҙағы, әммә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡулланғандарына яҡын булған тергеҙелгән мотоциклдарҙы тәҡдим итте.
Быйылғы мотомиҙгел асыҡ. Рәсәй һәм Башҡортостан юлдары буйлап елдереүсе ҡыйыу ир-егеттәргә йәшел уттар янып торһон. Шлемдарҙа һәм махсус һаҡлаусы кейемендәгеләргә юл-транспорт хәрәктәендә ҡатнашыусы ҡалған водителдәр иғтибарлы булыуын теләйек.
Гүзәл Борханова



