Башҡортостанда ЕГЭ, сәсеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы барышы һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн яуаплы осор. 23 майҙан Берҙәм дәүләт имтихандары кампанияһы башлана. Быйыл Башҡортостанда 17 мең уҡыусы имтихан тапшыра. Буласаҡ абитуриенттар араһында йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, география һәм профилле математика фәндәрен һайлаусылар күп. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығарылыш класс уҡыусыларына уңыш теләп ойоштороусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарын ҡағиҙәләргә ярашлы штатлы һәм тыныс режимда үткәреү маҡсатын ҡуйҙы.

11-се класс уҡыусыһына 3 йәки 4 июндә бер фәндән имтиханды яңынан тапшырырға рөхсәт ителә. Яңы ҡағиҙә Владимир Путин тәҡдиме менән былтыр индерелде һәм йәмғиәттә ҙур хуплау тапты.

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә яҙғы сәсеү кампанияһы барышы иғтибарға алынды. Әле баҫыуҙарҙың 60 проценты сәселгән, бер нисә районда был һандар 80 процентҡа тиклем етә. Ғөмүмән. республика буйынса 2,8 млн гектар майҙанда сәсеү эштәре планлаштырылған. Бынан тыш, көн тәртибендә Сибай тау -байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге иғтибарға алынды. Ҙур предприетие менән «Полиметалл» ойошмаһы идара итәсәк.

Башҡортостан башлығы «Айыҡ ауыл» конкурсының һөҙөмтәләренә туҡталып, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Республика ауылдарының өстән бер өлөшө ошо проектта ҡатнаша һәм сараның сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әһәмиәте ҙур тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Махсус хәрби операция башланғандан алып бында 5 меңдән ашыу яугирга сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Төбәк етәксеһе коллективтың хеҙмәт алдынғыларын наградаға билдәләү маҡсатын ҡуйҙы.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ