Башҡортостан башлығы тау-металлургия өлкәһендә эшләүсе предприятие вәкилдәре менән осрашты. «Полиметалл» компанияһы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын модернизациялау маҡсатында һатып алғайны. Осрашыуҙа йәлеп ителәсәк инвестициялар, ҡаланы үҫтереү юлдары барланды.
Төбәк башлығы предприятие етәкселегенә республика менән хеҙмәттәшлек итеүе өсөн рәхмәтен белдерҙе. Беҙ ҡаҙылма байлыҡтарҙы намыҫлы ҡулланыусылар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һөҙөмтәле мөнәсәбәттәр ҡорабыҙ. Предприятие күләмле инвестиция программаһын тормошҡа ашыра, төбәктә ҙур эштәр башҡара. Барлыҡ мәсьәләләрҙе лә бергәләп хәл итәбеҙ, тине Радий Хәбиров. Компания Сибайҙа производство ҡеүәтен үҫтереү йәһәтенән кәрәкле компетенция һәм технологияларға эйә. Бындай инвесторҙаң килеүе үҫештең яңы этабы буласаҡ һәм 500- гә яҡын эш урыны барлыҡҡа киләсәк.



