Өршәк йылғаһы аша күпер 3 июндән август уртаһына тиклем ремонтҡа ябыла

1980 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә тип танылған. Һуңғы тапҡыр ремонт 11 йыл элек яһалған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң аҙ трафик осоронда - июнь һәм июлдә уҙасаҡ.

Подрядсы ойошма ике сменала тәүлек әйләнәһенә, ял һәм байрам көндәрһеҙ эшләйәсәк. Күперҙең оҙонлоғо яҡынса 140 метр. Ремонт ваҡытына ул өлөшләтә ябыла. Водителдәр өсөн өс һыҙат эшләйәсәк, уларҙың береһе реверсив була. Транспорт ағымын светофор көйләйәсәк. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы альтернатив юлдарҙы һайларға кәңәш итә.Тығында торорға теләмәүселәр Дубки-Сихонкин-Ольховое-Мокроусов, йәки Зубов-Нижегородка-Осоргин-Енғалыш юлдары аша урап үтә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ