Уның барышында Республика онкология диспансерында яман шеш диагнозы ҡуйылған 51 йәшлек ирҙең бәүел ҡыуығын алып ташлау һәм яңы орган булдырыу буйынса операция эшләнде. Ҡатмарлы операцияны Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы, радиология ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, профессор Андрей Каприн яһаны. Белгестәр ҡатнашлығында онкоурология һәм торакаль онкология буйынса оҫталыҡ дәрестәре бөтә илгә трансляцияланды.
Күләмле форумда өс көн дауамында онкология, радиология, нур һәм инструменталь диагностика, паллиатив ярҙам һәм башҡа төрлө һөнәрҙәр өлкәһе 4000 меңдән ашыу белгес ҡатнаша.
30-ҙан ашыу секция ойоштороласаҡ, унда белгестәр яңы методикалар менән таныша, тәжрибә уртаҡлаша, онкология ярҙамының бөтә өлкәләре буйынса эксперттар фекерен тыңлай.



