Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Иосиф Кобзон исемендәге патриотик йыр башҡарыусылар Фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы.
Быйыл СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон исемендәге фестиваль-конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Башҡоротостан Рәсәйҙә был конкурс уҙғарылған етенсе төбәк.
120-нән ашыу сығыштар абруйлы жюри тарафынан 17 майҙа 4 номинация буйынса баһаланды. Академик һәм эстрада вокалы, халыҡ йырҙарын һәм автор йырҙарын башҡарыусылар араһынан гала-концертҡа иң яҡшы сығыштар һайлап алынды. .Гала-концертта конкурсанттар менән бер схәнәлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Ольга Кормухина, Марина Девятова, Игорь Демарин, Мариам Мерабовалар сығыш яһаны.
Фестиваль-конкурста жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар кәңәштәр алды, тәжрибә тупланы. Лариса Матвеева менән Олег Чернецкий Гран-при яуланы. «Эстрада вокалы» номинацияһында Ринат Сәлихйәнов I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Улар 11 сентябрҙә Мәскәүҙә халыҡ-ара музыка йортонда Иосиф Давыдовичтың тыуған көнөндә уҙасаҡ ҙур концертта Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.




