Киләһе йыл Башҡортостанда 159 парк һәм сквер төҙөкләндереләсәк

Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы йәмәғәт биләмәһе сәғәтендә белдерҙеләр. Ҡала мөхите булдырыу программаһына ярашлы,12 июнгә тиклем төбәктә төҙөкләндереләсәк урындарҙы һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы яңыртыу буйынса 10-сы бөтә Рәсәй конкурсы тураһында ла һүҙ барҙы.

Тәү сиратта был биләмәләргә халыҡтың ихтыяжы булыуы мөһим. Йәғни, кеше йыш йөрөгән үҙәк майҙандар, парк һәм скверҙар ҡатнаша ала. Икенсе талап был урын тарих, милли үҙенсәлекте лә сағылдырырға тейеш.

Ольга Сарапулова, Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты директоры

Кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы урамдарын һәм йәмәғәт урындарын яңыртыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Атап әйткәндә, реконструкцияланасаҡ Ленин исемендәге парк, Театр урамын йәйәүлеләр өсөн үҙгәртеү, Баланов, Дзержинский скверында һәм башҡа йәмәғәт урындарында башланасаҡ эштәр тураһында фекер алышынды.

Тәү сиратта баш ҡаланың ҡунаҡ урамдары-Чернышевский һәм Цюрупала төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Шулай уҡ Гастелло скверы ла тәртипкә килтерелә. «Өфө муйынсағы» проектында ла бер нисә участкаларҙы бергә ҡушыу буйынса эш йылдам бара. Ғөмүмән, төҙөкләндереү һәр ерҙә лә һәм комплекслы үтә.

Ратмир Мәүлиев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ