Яһалма зиһен Өршәк йылғаһы аша күперҙе япҡан осраҡта транспорт хәрәкәтенең ҡайһы ваҡытта тотҡарланыуын асыҡлаған. «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы белгестәре әйтеүенсә, ҡалаға ингән транспорт хәрәктендә иртәнге 9-сы яртынан алып 11-се яртыға тиклем тотҡарлыҡтар булһа, сығыуға табан киске 5-се яртынан алып 7-гә тиклем тығындар күҙәтелеүе ихтимал. Был иҫәпләүҙәр юлдарҙа авария булмаған осраҡта ғына ысынбарлыҡҡа тап киләсәк. Өфө-Ырымбур трассаһындағы Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең 3 июндә төҙөкләндереүгә ябылыуы көтөлә.



