Радий Хәбиров һәм Сергей Цивилев Инорстағы яңы энергетика объектын асты

Башҡортостанда Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге «Акварель» торлаҡ комплексын электр энергияһы менән хеҙмәтләндереү өсөн ҡеүәтле подстанция асылды . Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев менән видеобәйләнеш аша 110 киловольтлы объектты асыуға старт бирҙе. Өфө трансформатор заводында үткән ултырышта республика энергетика тармағы һөҙөмтәләре барланды , яңы маҡсаттар билдәләнде . Радий Хәбиров үҙ һөнәрендә уңыш ҡаҙанған хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы . Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Инорс биҫтәһенә - яңы подстанция. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев менән видеобәйләнеш аша 110 киловольтлы объектты асыу тантанаһында ҡатнашты . «Акварель» торлаҡ комплексында 75 меңгә яҡын кеше йәшәй һәм яңы объект электр энергияһы менән бәйле техник етешһеҙлектәрҙе кисектерергә, социаль учреждениеларҙы өклөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк . Башҡортостанға эш сәфәре барышында Сергей Цивилев Өфө трансформатор заводы эшмәкәрлеге менән танышты. 2009 йылда Владимир Путин ҡатнашлығында асылған завод үҙ йүнәлешендә Европала иң заманса предприятиеларҙың береһе һанала.

Заводтың төп йүнәлеше энергетика тармағы өсөн уникаль трансформаторҙар етештереү. Предприятие урыны осраҡлы һайланмаған , Башҡортостан сәнәғәт етештереү ҡеүәте буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Трансформатор заводы майҙанында ойошторолған осрашыуҙа электр энергияһы объекттарын хеҙмәтләндереү, электр энергияһы ҡоролмаларын етештереүсе предприятиеларға ярҙам сараларын арттырыу һәм тармаҡ үҫеше менән бәйле көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров энергетика өлкәһендәге хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы .

Башҡортостан энергетика системаһы көслө булған, был йүнәлеш йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Республикала яңы предприятиелар һәм социаль объекттар күпләп төҙөлә. Шуға ла сәнәғәт өсөн заманса станциялар сафҡа индереү артабан дауам да итә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ