Унда энергетика инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республиканың көньяҡ өлөшөндә-Урал аръяғында -тау сәнәғәте тиҙ темптар менән үҫешә. Был биләмә электр селтәре инфраструктураһын яҡшыртыуға мохтаж. Шуға күрә унда яңы электр подстанцияһы төҙөү талап ителә.
Сергей Цивилев төбәккә яңы тармаҡ объекттарын төҙөү өсөн Рәсәйҙең электр энергетикаһы системаларын үҫтереү схемаһына һәм программаһына ғариза бирергә тәҡдим итте.




