Торск тораҡ паунктын азат иткәндән һуң беҙҙең ғәскәргә яңы оператив киңлек асылды. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны дошманды ҡыйратыуға ҙур өлөш индерә. Хәрби БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Ауыр трактар хәрәкәткә килде. Яҙғы урмандағы тынлыҡты боҙоп, танк сираттағы хәрби заданиеға юлланды.
Т-90 М. Махсус хәрби операцияның иң ҡеүәтле машинаһы. Уның ярҙамында беҙҙең егеттәр дошмандың нығытмаларын ҡыйрата.
Урман юлынан бер нисә саҡырым үткәндән һуң танк ут һыҙығына торҙо.
Ғәҙәттә бер снаряд сәпкә тоҫҡау өсөн ҡулланыла, ҡалғандары дошманды утлы суйынға ҡойондора. Экипаждың эшен һауанан пилотһыҙ осоу аппараттары взводы күҙәтә. Атҡан йәҙрәләр билдәләнгән сәптән ситкә осмай.
Экипаж командиры «Урус» ҡушаматлы яугир Учалы районынан. Өлгөлө ғаилә башлығы, дүрт бала атаһы. Контракт төҙөгәнсе хәрби хеҙмәт үтмәгән. Махсус хәрби операция биләмәһендә рядовойҙан алып кесе лейтенант дережеһенә тиклем күтәрелгән.
Танк дошман дрондарынан өҫтәмә һаҡланыу саралары менән йыһазландырылған. Башняны ҙур ғына мангал ҡаплай. Шуға ҡарамаҫтан машинаны ерҙән дә һаҡлайҙар. Автомат менән ҡоралланған яугирҙар даими һауаны күҙәтә.
Танк экипажы дошманды ярсыҡлы фугас снарядтары менән утҡа тотто. Блиндаждар һәм йәшерен нығытмалар юҡ ителде. Танкистар дошман ротацияһын өҙөп, нацистарҙың тере көсөн дә утта көйҙөрҙө. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яуҙа, ныҡышмалы рәүештә, халҡыбыҙ көткән Еңеүҙе яҡынайта.
Рафиҡ Әхмәтшин



