Унда ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең хәрби әҙерлеге һыналды. Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү , янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хәрби әҙерлекте һынау - һөнәри оҫталыҡты күтәрергә лә ярҙам итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, уны иҫкәреү хәйерле. Хәрби әҙерлекте һынау күнекмәләренә Өфөнөң янғын һағы идаралығының барлыҡ частәре йыйылған. Тренировка ерҙә лә, күктә лә үтә.
Янғын һүндереү буйынса күнекмәләр - махсус хеҙмәттәрҙе һәм ҡотҡарыусыларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә дөрөҫ, тиҙ эш итергә өйрәтә.
Урман эсендә ҡороған ағас ботаҡтары һәм төтөн шашкаһы яндырылды. Күнекмәләр үткәреү майҙаны 50 гектар. Уның бер яғында Ағиҙел йылғаһы аға, икенсеһендә - тораҡ йорттар. Биләмәлә ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Утты туҡтатыу өсөн, тәү сиратта, биләмә ситтәре трактор менән һөрөлдө. Һәр янғын-һүндереү бригадалары зоналарға бүленде.
Һауа шарттарының үҙенсәлектәре янғындарҙың барлыҡҡа килеүенең берҙән - бер факторы түгел. Кеше иғтибарһыҙлығы, мәҫәлән, һүндерелмәгән усаҡ йәки ташланған тәмәке, урман өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Әле Забайкалье, Приморье, Хабаровск крайҙары, Бүрәт һәм Яҡут республикаларында урман янғындары теркәлә.
Урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыуҙар барышында техника бөтөнлөгө лә тикшерелде. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфөнөң янғын һағы идаралығы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының шәхси составы һәм техникаһы менән Ирек Сәғитов танышып сыҡты. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары етәкселегендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышы үтте. Төбәктә йыл башынан алып 6 урман янғыны һәм 253 урында ҡоро үлән үртәлеү осрағы теркәлгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 20 гектарҙан ашыу. Һуңғы тәүлектә республикала ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән.
Әлфинә Килдейәрова



