Ҡурайсылар аллеяһына - яңы үҫентеләр. Уларҙы конкурсанттар үҙҙәре ултыртты. Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамынан коллегабыҙ Наил Юнысов байрам тәьҫораттары менән бүлешә.
Конкурсанттар географияһы киң, Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан тыш, Силәбе өлкәһе ҡурайсылары ла оҫталыҡта көс һынашты. Конкурс аҙағында бар ҡатнашыусылар ҡала паркына, Ҡурайсылар Аллеяһына юлланды.
Ҡурайсылар Аллеяһы 2018 йылда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамы ҡатнашыусылары тарафынан ултыртылған. Конкурсанттар, жюри ағзалары һәм ҡунаҡтар матур йоланы дауам итеп, быйыл да Ҡурайсылар Аллеяһын ағастар менән тулыландырҙы.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Октябрьский музыка колледжы сәхнәһендә уҙҙы. Ойоштороусылар тарафынан ҙур концерт программһы әҙерләнгәйне.
Быйылғы Ҡурай байрамының төп еңеүсеһе Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан.
Алмаз бөгөн 10 класты тамамлай. Йәш ҡурайсының киләсәгенә ышаныс ҙур.
Наил Юнысов




