Башҡортостан яугирҙарына дәүләт наградаһы тапшырылған

Учалыла махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткән атай һәм ул бүләкләнгән. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов белдереүенсә, атай алғы һыҙыҡта “Батя” ҡушаматын алған. Уға Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылған. Уның улы “Сын” ҡушаматын йөрөтә. Йәш егет “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған.  Республикала  хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә  торған түләү тәртибе оҙайтылды.  Башҡортостан башлығы Радий  Хәбировтың  указына  ярашлы, 31 майға тиклем илдең Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйғандарға 1 миллион  600 мең һум түләнә. 

Фото №1 - Башҡортостан яугирҙарына дәүләт наградаһы тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ