"Киләсәккә билет" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, унда 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса уҡыусыларға буласаҡ һөнәргә бәйле кәңәштәр бирелгән. IT-өлкә, педагогика, хәүефһеҙлек, медицина, хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлештәрен һайлаусылар күп булған. Был проект Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамы менән ғәмәлгә ашырыла.




