Пляж биләмәләрендә водолаздар эшләй. Улар һыу төбөн тикшерә, халыҡ өсөн хәүеф тыуҙырған әйберҙәр ярға сығарыла. Өфөлә шулай уҡ йөҙөүсе-ҡотҡарыусылар күнекмә уҙғара, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Улар рәсми пляждарҙа дежур итәсәк. Һыу инеү миҙгеле июндә башлана.




