Ул Салауат районы Яңы Ҡаратаулы ауылы янында ойошторола. Спорт туризмы буйынса ярышта мөмкинлеге сикле кешеләр ҡатнаша. Фестивалдә ил төбәктәренән йыйылма командалар байдарка, катамаран һәм башҡа йөҙөү сараларында уҙыша. Ярышҡа 18 йәштән 65 йәшкә тиклемгеләр саҡырыла. Былтыр “Туриада-Йүрүҙән” фестивале Янғантау геопаркында үтте. Унда илдең 12 төбәгенән мөмкинлеге сикле 140 спортсы ҡатнашты. 2023 йылда сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы.




