Башҡортостан бер юлы ике күләмле форумды ҡаршылай

30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфө «Китап-Байрам» III Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Йола буйынса ҙур сараны үткәреү урыны итеп Совет майҙаны һайланған. Фестивалгә Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм 4 илдән 270 ҡатнашыусы теркәлгән. «Батырлыҡ тураһында һүҙ» девизы аҫтында үтәсәк форумдың беренсе көнө Бөйөк Ватан һуғышына һәм махсус хәрби операцияға арнала. Шулай уҡ капиталь төҙөкләндерелгәндән һуң, Башҡортостан Яҙыусылар союзы йорто үҙ ишектәрен аса.

Ә инде 5 июндән 8-нә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» Халыҡ-ара фестивале үтә. Сарала Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡ күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү ойошторола. Фестивалдә тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, билдәле Рәсәй артистарының сығышы көтөлә. Көн һайын республика театрҙарының иң яҡшы балалар спектаклдәрен сәхнәләштереү ҙә күҙаллана. Интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары эше планлаштырыла, өҫтәл уйындары буйынса спорт ярыштары үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ