Иглин районында уҙған семинарҙа ата-әсәләрҙе уҡытыу мәсьәләләре тикшерелде

Осрашыуға республиканың ике тиҫтәнән ашыу ҡала һәм районынан балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Әңгәмәнең төп темаһы - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ата-әсәләре өсөн уҡыу программаларын этаплап индереү. Семинар республика Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолдо.

Рәсәй Президенты указына ярашлы төбәктәрҙә «Ата-әсәләрҙең мәғрифәтселек эшмәкәрлеге» проекты старт алды. Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн тематик ете майҙансыҡ ойошторолдо. Уларҙа балалар баҡсаһы һәм ғаиләнең этномәҙәни тәрбиә өлкәһендә үҙ-ара эш итеүе, ирекмәнлек, ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлектең инновацион формаһы, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең заманса ысулдары һәм башҡа көнүҙәк темалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ