Мәскәүҙә ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй чемпионаты үткәйне. Унда 17 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы егете Илнар Садиҡов беренсе урынға лайыҡ булды. Ул урындағы спорт мәкәтендә шөғөлләнә. Илдең баш ҡалаһында үткән ярышта ул тәүгә ҡатнашып, финалда Чечен республикаһы вәкиле менән рингка сыға. Ҡатнаш алыш йәки микс-файт буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнә. Башҡортостанға ҡайтыу менән Илнар сентябрҙә Сочиҙа үтәсәк Донъя чемпионатына әҙерләнә башлаған.
Рөстәм Халиҡов үҙенең спорт мәктәбен 2020 йылда аса. Әлеге ваҡытта Прибельский ауылында уның филиалы эшләй. Ҡатнаш алыш менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл арта, хатта Өфөнән килеп шөғөлләнеүселәр ҙә бар, ти ул. Секцияла 60-ҡа яҡын ҡыҙ һәм малай микс-файт алымдарын үҙләштерә.



