Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең художестволар академияһы президенты Василий Церетели менән танылған архитектор Александр Мирианашвили менән осрашыуҙа билдәләне. Баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Академия белгестәре объектты реставрациялау буйынса консультатив ярҙам күрһәтәсәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһында.
Салауат Юлаев һәйкәле ни тиклем генә мөһабәт, ғорур күренмәһен, ваҡыт һынауына бирешкән. Бөгөн ул авария хәлендә. Рәсәй художестволар академияһы белгестәре иңендә яуаплы миссия - суйындан ҡойолған скульптура реставрацияһы уларҙың ҡарауында үтәсәк. Консультатив ярҙам күрһәтелә.
Салауат Юлаев һәйкәленең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, бейеклеге ун метр. Цехҡа уны өлөштәргә бүлеп күсереү ҡаралған. Белгестәр билдәләүенсә, үтә лә ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта етди эш көтөлә. Реставрация яҡынса ике йыл дауам итәсәк, унан һуң скульптура мотлаҡ рәүештә урынына ҡайтарыласаҡ.
Салауат Юлаев һәйкәле - Өфөнөң төп иҫтәлекле урындарының береһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй художестволар академияһы белгестәре менән осрашыуында ла атлы статуяның республика символы, халыҡ күңеле булыуын билдәләне. Ул төбәк гербында ла сағылдырылған. Һәйкәл реставрацияһына бәйле дисскусия-фекер алышыуҙар уҙғарылды, әлегә техник экспертиза әҙер. Яҡын арала эштәргә рөхсәт алынасаҡ.
Академия президенты Василий Церетели Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәтен белдерҙе. Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға иң көслө белгестәр йәлеп ителәсәк. Барлыҡ эш йәмәғәт контроле күҙәтеүендә була.
Эшлекле осрашыуҙа Өфөлә Рәсәй художестволар академияһы филиалын асыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Василий Церетели республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдимен хуплап ҡабул итте. Төбәктең мәҙәниәт министрлығына тейешле документтар һәм бина әҙерләү бурысы ҡуйылды.
Гөлназ Хәйбуллина




